Бөгөн ауылдың иң әүҙем халҡы 2025 йылда ППМИ проектын тормошҡа ашырыу буйынса пландар ҡабул итер өсөн алдан йыйылыш үткәрҙе. Йыйылыштың көн тәртибендә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу һәм 2025 йылғы ППМИ сиктәрендә тормошҡа ашырыла алырлыҡ өҫтөнлөклө проблема һайлау мәсьәләләре ҡаралды. Йыйылышта ҡатнашыусылар программала ҡатнашыу өсөн бер тауыштан « Ауыл клубы бинаһын тыштан йылытыу һәм тышлау, тәҙрәләрҙе алмаштырыу» проекты өсөн тауыш бирҙе. Беҙҙең алда ауыл халҡынан был проектта ҡатнашыу тураһында һорау алыу тора. Халыҡ был башланғысты хуплап сығыр тип ышанабыҙ. Бары тик бергәләп кенә хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашыра алабыҙ, - ти Ҡаныҡай халҡы.




