Халыҡ билдәләгән маҡсат - клубты яңыртыу

Ауыл клубы - ул мәҙәниәт усағы, эштән һәм хужалыҡ мәшәҡәттәренән арыған кешеләрҙең ял итергә, таныштарын күрергә, үҙ-ара аралашырға килгән урын да ул. Ауыл клубы-ул ауылдың йөҙө. Ҡаныҡай ауыл клубы был бинала 2008 йылдан алып эшләп килә. Клубыбыҙҙа "Мирфәйзә" вокал ансамбле, "Наза" фольклор коллективы, "Тылсымлы моңдар" ҡумыҙсылар ансамбле уңышлы эшләп килә. Район, зона, республика күләмендә үткәрелгән фестиваль, конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа урындар алып торабыҙ. Ауыл халҡы менән төрлө күләмле саралар үткәрәбеҙ, календарь даталарға концерттар әҙерләйбеҙ. Клуб газ менән йылытыла, Тик бина ағастан булғанға күрә, ҡыш көндәре йылытып алып булмай. Ағас рамлы тәҙрәләрҙе лә ел үтмәҫлек итеп алыу ҙур бәлә. Шуға күрә 2025 йылда беҙ Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында клубыбыҙҙың тәҙрәләрен алмаштырыу һәм бинаны тыштан йылытып, көпләү буйынса эштәр башҡарырға тигән проект менән ҡатнашырға булдыҡ. Ауыл халҡының берҙәмлеге менән ошо проблеманы хәл итерлек программала еңеп сығырға өмөтөбөҙ ҙур, ти ҡаныҡайҙар. 

Фото №1 - Халыҡ билдәләгән маҡсат - клубты  яңыртыу
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ