“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалына 80 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 77 мең самаһы мәсьәлә хәл ителгән. Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды һәм Оборона министрлығы ветерандар һәм яугирҙар менән “бер тәҙрә” тәртибендә эшләй. Фронттан ҡайтҡан ир-егеттәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү мөһим бурыстарҙың береһе. Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.




