Йыл йомғаҡтары һәм яңы йыл байрамында хәүефһеҙлек мәсьәләһе


Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең 2024 йылдағы һуңғы кәңәшмәһе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы был кәңәшмә проблемаларҙы хәл итеү майҙаны булып тора.

Оператив кәңәшмәлә үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ та яһалды. Санкцияларға, һынылышлы мәлгә ҡарамаҫтан төбәк иҡтисады үҫеш кисерә.

Иҡтисади үҫеш социаль йөкләмәләрҙе үтәргә, рухи-мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырырыға булышлыҡ итә. 2024 йыл төрлө сараларға бай булған.

Алда яңы йыл каникулы. Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә, урындағы үҙидара органдарына хәүефһеҙлек талаптары тураһында онотмаҫҡа ҡушты.

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итә.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ