БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра


Нәжиә Аллаярова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, «Карауанһарай»ҙың тәүге составы... БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра.

«Мәңгелек йырҙар, йондоҙҙар» тип аталған тапшырыу төрлө йылдарҙа популяр булған йырҙарҙы иҫкә төшөрөргә, сәхнә йондоҙҙарына ҡушылып йырларға саҡыра. Тапшырыуҙа телевидение архивында һаҡланған видеояҙмалар файҙаланылған. Билдәле артистар үҙҙәренең 40-50 йыл элек яҙҙырылған клиптары менән бергә хәтирәләре менән бүлешәсәк. Яңы йыл каникулында ла телевизор ҡараусыларға ҡыҙыҡлы программа тәҡдим ителә. БСТ каналының алтын фондында һаҡланған концерттар һәм фильмдар күрһәтелә.

Һәр кем Яңы йылды көтөп ала. Куранттар төнгө 12-не һуҡҡанда иң изге теләктәрҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ә үтеп барған йыл ниндәй ваҡиғалар, юғалтыуҙар һәм ҡыуаныстар менән хәтергә уйылды? Республиканың төп телеканалы хәбәрселәре 2024 йылдың мөһим ваҡиғаларын «Йыл йомғаҡтары»нда барлай. Эфир 30 декабрҙә, киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ