Йылдың иң тылсымлы байрамында ҡыҙ яңы ҡурсаҡлы булды. Был бүләкте «Теләктәр шыршыһы» акцияһынан Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников алған. Быйыл акцияға 3 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 300-ҙән ашыуы шыршынан алынған. Депутаттар, эшҡыуарҙар ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырырға тырыша.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский 7 йәшлек Михаил Долматовтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул малайҙы яңы трансформер менән ҡыуандырҙы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Ҡыш бабай бүләктәрен тапшырыу акцияһы дауам итә.



