Владимир Путин Башҡортостанда: төбәктең ҡаҙаныштары юғары баһаланды


Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфөгә килеүе 2024 йылда республика тарихына яҙылған ҙур сәйәси ваҡиғаларҙың береһе булды. Ил башлығы «Рәсәй-спорт державаһы» форумындағы рәсми сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш халыҡ менән дә аралашырға өлгөрҙө. Кешеләр бер-береһен бүлдереп президентҡа республикалағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һөйләне. Үҙ сиратында Президент республикаға яңы объекттар өсөн рәхмәт әйтте.

«Рәсәй - спорт державаһы» форумының төп өлөшө Өфөнөң 450 йыллыҡ тарихи юбилейына асылған Көрәш Һарайында үтте. Яңы объектта көрәштең төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр ҙә, спортсыларға ял-реабилитация үҙәктәре лә ҡаралған.

Владимир Путин баш ҡалала асылған яңы Фехтование үҙәген юғары баһаланы. Президент Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина менән аралашты. Һуңынан буласаҡ чемпиондар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Матурлығы, ҙурлығы, ҡеүәте менән һоҡландырған комплекс федераль үҙәк ярҙамында сафҡа индерелде. Бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, тренажер, конференция залдары, медицина бүлеге урынлашҡан.

Ил президенты онлайн бәйләнеш аша Өфөлә асылған Ишеү слаломы үҙәге менән дә танышты. Бында спортсылар квалификациялы йөҙөү һәм «Экстрим-слалом» дисциплинаһында үҙ көсөн һынап ҡараны. Тау йылғаһын хәтерләткән трассаларҙы Рәсәйҙең йыйылма командаһы чемпиондары юғары баһаланы.

Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле әңгәмәһе республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә арналды. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө маҡсат булыуын билдәләне. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәрҙең реабилитация үтеүенә етди иғтибар бүленәсәк.

Күләмле форум барышында Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Президент Рәсәйҙә спорт менән идара итеү системаһын камиллаштырыу кәрәклеген белдерҙе. Балалар спорты килем сығанағы, кеҫә ҡалынайтыу мөмкинлеге түгел. Рәсәй Президенты ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға спорт түңәрәктәренә бушлай йөрөүҙе ойошторорға ҡушты.

Владимир Путин спортты үҫтереүҙә дәүләт-шәхси партнерлығы инструменттары әүҙем ҡулланылырға тейеш, тип белдерҙе. Бында тәү сиратта төрлө федерациялар, фитнес клубтар күҙ уңында тотола. Хөкүмәт алдына уларға ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысы ҡуйылды.

Апрелдә республика башлығы Радий Хәбиров Владимир Путин менән осрашып ил Президентына һуңғы биш йылдағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Һөйләшеү барышында дәүләт етәскеһе Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә һайланыу ниәтен хупланы.

Һәм был хуплау бер кем өсөн дә яңылыҡ булманы. Һуңғы биш йылда республикала булған үҙгәрештәр, иҡтисади ҡаҙаныштар, төҙөлгән яңы социаль объекттар, төрлө тармаҡтарҙа тормошҡа ашырылған ҡыйыу проекттар - барыһы ла төбәктең ышаныслы һәм илһөйәр етәксе ҡулында булыуы тураһында һөйләй.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ