Башҡортостандың иҡтисади ҡаҙаныштары: Инвестициялар, хеҙмәттәшлек, һәм яңы мөмкинлектәр


Екатеринбургтағы «Иннопром» күргәҙмәһендә Михаил Мишустинды ҡыҙыҡһындырған электродвигатель Башҡортостанда эшләнгән. Ул пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн. Йәғни, әлегә тиклем дрондарға моторҙар сит илдәрҙән һатып алынһа, хәҙер Өфөлә етештерелә. Был двигателдәрҙе махсус хәрби операция биләмәһендә лә, аграр секторҙа ла, башҡа хужалыҡ эштәрендә лә ҡулланырға мөмкин.

Пилотһыҙ авиация өсөн двигатель етештереү - Башҡортостан сәнәғәте үҫешенең бер сағылышы ғына. Дөйөм күрһәткестәр күпкә юғары, санкцияларға, иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан үткән йылда сәнәғәт етештереү индексы 104 процентҡа артҡан. Ә сәнәғәт-иҡтисадтың нигеҙе. Республиканың ил төбәктәре араһында сәнәғәт сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу рейтингында еңеү яулауы уңышлы эшмәкәрлеккә лайыҡлы баһа.

Тағы ла бер юғары күрһәткес- инвестициялар йәлеп итеү буйынса.Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан илдең инвестиция климаты рейтингында өсөнсө урын яуланы. Республикала әлеге ваҡытта 400-гә яҡын өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың күләме 900 миллиард һумға яҡын, һөҙөмтәлә 34 мең тирәһе яңы эш урыны асылған.

Инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы хеҙмәттәшлек даирәһен үҙләштереү мотлаҡ. Башҡортостан әлеге ваҡытта йөҙҙән ашыу сит дәүләт менән иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырған. Стратегик партнерҙарҙың береһе-Ҡаҙағстан. Ике яҡ араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 440 миллион долларҙан ашып, 3,1 процентҡа артҡан.

Һуңғы өс йылда Башҡортостандың Үзбәкстан менән тауар әйләнеше лә 3 тапҡырға артып 170 миллион долларға еткән. Киләсәктә был күрһәткесте 1 миллиард долларға еткереү бурысы тора. Үзбәкстандың Нурафшан ҡалаһында технопарктар асыу, еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла.

Башҡортостанды Беларусь республикаһы менән күптәнге хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Өфөлә ауыл хужалығы өсөн заманса иген киптереү техникаһы йыйылған берлектәге «Амкадор» заводы асылды. Социаль проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. «Башҡорт оҙон ғүерлелеге» программаһы ярҙамында 2 меңгә яҡын хеҙмәт ветераны Беларусь республикаһына сәйәхәт ҡылған. Башҡортостанда Белорусиянан килтерелгән зубрҙар үрсетелә. Йәғни, бәйләнештәр һәр өлкәлә булдырыла

Башҡортостандың ил кимәлендә уртаҡлашыр тәжрибәһе, уңышлы эш алымдары бихисап. Республика яңы хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә әҙер. Мәскәү йөрәгендә, Рәсәй сит ил эштәре министрлығында уҙған презентация шуға асыҡ миҫал. Форум донъяның төрлө ҡитғалары илселәрендә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Яңы иҡтисади бәйләнештәргә нигеҙ һалған эш сәфәрҙәре, ил, донъя кимәлендәге форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу. Башҡортостан делегацияһы абруйлы сараларҙа сығыш яһап ҡына ҡалмай, үҙебеҙҙә лә донъяуи кимәлдәге сараларҙы ҡабул итә. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы янына хәҙер Бизнес аҙналығы, Рәсәй-Ҡаҙағстан форумдары ла өҫтәлде. Һуңғыһы Башҡортостандың Кустанай, Аҡтүбә өлкәләре менән хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота.

Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ойошторола башлаған иң ҙур һәм әһәмиәтле иҡтисади сараларҙың береһе - Ялта форумы. 125 дәүләт вәкиле ҡатнашҡан халыҡ-ара форумды быйыл тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡабул итте. Республика сарала яңы мөмкинлектәр асҡан 9 хеҙмәттәшлек документына ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы 40 миллиард һумға яҡын.

Благовещен ҡалаһында асылған «Озон» логистика үҙәген йылдың төп төҙөлөштәренең береһе тип атарға мөмкин. Был объект өҫтөнлөклө инвестиция проекты. 3 гектарға яҡын майҙанды биләгән комплексты төҙөү тураһындағы ҡарар бер йыл элек Радий Хәбиров рәйеслегендәге инвестиция сәғәтендә ҡабул ителә. Үҙәкте сафҡа индереүгә һәм ҡоролмалар алыуға 6 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған, әммә сығымдар үҙҙәрен яҡын киләсәктә аҡлар тип көтөлә.

Благовещен ҡалаһында асылған «Озон» логистика үҙәге оҙон урамдар, биш ҡатлы йорттарҙан торған тотош бер ҡаласыҡ һымаҡ. Был объект Волга буйы федераль округында иң ҙуры иҫәпләнә. Уның майҙаны 94 мең квадрат метрға яҡын, бында 3 мең тирәһе кешегә эш урыны булдырылған. Заманса комплекс Башҡортостанда урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы этәргес яһар тип көтөлә. Ә республикала тауар әйләнеше, халыҡтың һатып алыу мөмкинлектәре киң. Был күрһәткес төбәктәге тормош сифатының асыҡ сағылышы. Киләсәктә «Озон» компанияһы Башҡортостанда тағы ла бер логистика үҙәге асырға ниәтләй. Сөнки ихтыяж, һорау ҙур.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ