Татлы уңыш һәм рекордлы күрһәткестәр: Башҡортостан аграрийҙарының уңышлы йылы


Был сөгөлдөр комбайны түгел, әйтерһең, йыһан карабы. Кабина эсендә бөтә система автоматлаштырылған. Техника хатта, уңыш күләмен дә иҫәпләй. Ошондай һуңғы моделле комбайндар республика баҫыуҙарында йылдан-йыл арта.

Ҙур бункерҙар ҙа бәләкәй һымаҡ тойолдо, сөнки быйыл татлы уңыш күләме 2 миллион 600 тонна тәшкил итә. Уңыш шул тиклем мул, хатта татлы тамырҙар әле һаман баҫыуҙа эшкәртеүгә сират көтә. Ә республиканың ике шәкәр заводы ғәҙәттәгесә, ғинуар урталарына тиклем түгел, ә апрелгә тиклем һүнмәй эшләйәсәк.

Иген уңышы мул булғанда, уны нисек һаҡларға, тип көйәләнәбеҙ. Сөнки ул серей торған әйбер. Ә бына шәкәр тураһында борсолаһы түгел. Сөнки ул йылдар буйы боҙолмай келәттәрҙә ята ала. Әйткәндәй, Башҡортостан был техник культураны үҙ ихтыяжынан 6 тапҡырға күберәк етештерә. Тимәк, магазин кәштәләре әле оҙаҡ бушамаясаҡ. Татлы уңыш татлы тормошҡа ишара.

Майлы культуралар ҙа юғары уңышы менән ҡыуандырҙы. Быйыл республика аграрийҙары 700 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алып рекорд ҡуйҙы. Киләсәккә маҡсат - күләмде миллион тоннаға тиклем еткереү. Төбәктә етештерелгән бөтә рапс майы ла Ҡытайға оҙатыла. Быйыл Асҡын районы май етештереү предприятиеһы ла тәүгә Шанхайға 200 тоннанан ашыу продукция ебәрҙе.

Һәр йыл үҙенсә отошло. Былтыр рекордлы бойҙай күләме алып ҡыуанһаҡ, быйыл яуым-төшөм игенселәр бәкәленә һуҡты. Тик баҫыу уңғандары бирешмәне. Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүенә ҡарамаҫтан, улар 3 миллион тоннанан ашыу уңыш урып йыйыуға иреште. Баҫыуҙарҙы ғәҙәттән тыш хәлдән страховкалаған хужалыҡтар дәүләттән финанс ярҙам алды. Әйтәйек, «Урожай» ауыл хужалығы предприятиеһы йыйып ала алмаған 20 процент уңыш сығымдарын аҡсалата ҡайтарған.

Быйылғы ямғырҙар арҡаһында шәхси баҡсаларҙа картуф уңышының бер өлөшөн юғалттыҡ. Шулай ҙа төбәк кимәлендә хәл тотороҡло: республикала халыҡ ихтыяжынан хатта күберәк картуф ҡаҙылды.

Дым арҡаһында картуф бүлбеләре серене, ауырыуҙар үтеп инде. Шуға картуф орлоҡтарын тулыһынса алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға сыҙамлы яңы сорттар уйлап табыу менән башҡорт селекционерҙары шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары төрлө культуралар сорттарын камиллаштырыу өҫтөндә тиҫтәләрсә йылдар эшләй. Быйылғы селекция еңеүе - борсаҡтың яңы сорты.

Быйыл башҡорт селекционерҙары бойҙайҙың яңы «Сарра» сортына патент алған. Стандарт сорт менән сағыштырғанда, ул ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешмәй, уңдырышлылығы юғары. Тимәк, икмәкһеҙ ҡалмайбыҙ. Уңыш үҙебеҙгә лә, сит илдәргә һатыуға ла етә. Быйыл он экспорты ике тапҡырға артҡан. Сит илдәр менән бәйләнешкә килгәндә, быйыл тәүгә башкорт сыры Сербия баҙарына сыҡты. Бәләбәй һөт комбинаты республикаға 152 тонна «Гауда» продукцияһын оҙатты. Ә Вьетнамға тәүгә башҡорт туңдырмаһы ебәрелде.

Башҡортостан - һөтлө ил, уны етештереү күләме буйынса республика илдә алдынғы урындарҙа. Республика үҙ-үҙен һөт менән 122 процентҡа тәьмин итә. Стәрлетамаҡ районында асыласаҡ мегаферма был күрһәткестәрҙе тағы ла арттырасаҡ. 4 мең баш малға иҫәпләнгән объект Волга буйы федераль округында иң ҙуры булмаҡсы. Әле унда төҙөлөш эштәре бара, тулы ҡеүәткә ул 2025 йылдың йәйендә эшләй башлар, тип көтөлә.

Башҡортостан йылдағыса аграр төбәк исемен иҫбатлай. Ҡырыҫ һауа шарттары ла, көрсөк тә ауыл эшсәндәрен аяҡтан йыҡмай. Техника яңыртыла, яңы сорттар сығарыла, экспорт арта. Ауыл хужалығы министрлығының «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса халыҡ өсөн йорттар, мәктәптәр төҙөлә, юлдар һалына, газ үткәрелә. Киләһе йыл республиканың ауыл хужалығын тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар көтә.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ