Башҡортостан мәҙәниәтен данлау: яңы музейҙар, фестивальдәр һәм проекттар


Республиканың төп концерт залына йыйылған халыҡ Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында «Урал» гимнын аяғүрә баҫып тыңлай. Был тарихи ваҡиға - башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы дәүләт кимәлендә яҡлау табыуы - уҙып барған йылдың иң төп ҡаҙаныштарының береһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде. Ансамбль милли рухты нығытасаҡ, тарихи үткәндәр менән киләсәкте бәйләйәсәк, йәш һәләттәрҙе үҫтереүсе көс урыны буласаҡ.

Быйыл ут сәсрәтеп бейеп Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен төрлө ҡитғаларҙа йәшәүселәргә танытыусы бейеүселәрҙең дә үҙ байрамы булдырылды. Милли бейеү көнө арҙаҡлы башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә - йыл һайын билдәләнәсәк.

Ә был үҙенсәлекле күренеш Көрәш һарайынан. Ул 3 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. 90-сы йылдар башында милли йыр сәнғәтендә рок йүнәлешенә нигеҙ һалған «Дәрүишхан» төркөмөнөң репертуарын улар яттан белә.

«Дәрүиш рухы» рок фестивалендә йәшләй ғүмерҙәре өҙөлгән башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусы Ғәзинур Биктимеровҡа, «Рух» төркөмө йырсыһы, үҙешмәкәр композитор, бик күп йырҙар авторы Ирек Атановҡа, «Дәрүишхан» төркөмө йырсыһы Дим Ҡоләхмәтовҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәре тапшырылды.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында яңы премьера - «Ете ҡыҙ» - милли балет үҫешендә көтөп алынған тарихи ваҡиғаға әүерелде.

Республика ижадсылары башҡорт ҡыҙының идеаль образын данлаған риүәйәттәргә оло ихтирам менән ҡарай. Тарихи легендаға таянып ҡуйылған постановка тамашасы һөйөүен яуланы, мәҙәни киңлектә лайыҡлы урын алды.

Ә был йорт тамашасыларҙы 19-сы быуат башына алып ҡайта. Шаляпиндың Өфөгә килеүе, дебют һәм бенефис, артист өсөн махсус грим бүлмәһе, донъя кимәлендә билдәлелек яулау. Музейҙа 900-ҙән ашыу экспонат тупланған. Улар араһында иң иҫтәлеклеһе Федор Шаляпинға Өфө тамашасыһы бүләк итеп тапшырған ҡул сәғәте. Музей залдарында легендар рус опера һәм камера йырсыһы биографияһын һәм ижад юлы менән танышырға мөмкин. Тап Радий Хәбиров Өфөлә музыка музейын булдырыу инициаторы булды.

Башҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған саралар сылбыры ла Башҡортостан халҡының мәҙәни тормошон сағыу тамашалар аша онотолмаҫ тәьҫораттар менән байытты.

Киләсәк быуындарға ваҡыт капсулаһын тапшырыу баш ҡала юбилейынан иң тулҡынландырғыс минуттарының береһе булғандыр, моғайын. Ваҡыт капсулаһына 100 ашыу предмет һалынды. Ул ярты быуаттан асылыр тип күҙаллана.

2024 йыл Башҡортостан мәҙәниәт донъяһына рекордлы күләмдә - 554 мең рәсми мәҙәни сараны теркәне. Фестиваль, концерт, күргәҙмәләргә йөрөүселәр иҫәбе буйынса республика Рәсәйҙә 2-се урында. Нестеров музейында үткән Третьяков галереяһы күргәҙмәһен 40 меңгә яҡын кеше ҡараған.

Мәҙәниәтте үҫтереү, мәңгелек ҡиммәттәргә инвестиция республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса республикала тиҫтәнән ашыу яңы объект сафҡа индерелде, йөҙҙән ашыуы төҙөкләндерелде. Киләһе йыл Өфө сәнғәт училищеһында ремонт башлана. Баш ҡаланың тәүге юбилей объекты Ҡурсаҡ театры ла репертуарын алты премьера менән байытты.

Баш ҡалала «Көҙ романтикаһы» Башҡортостан дәүләт академия симфоник оркестрының II классик музыка фестивале яңыртылған майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙҙы. Танылған артистар һәм ижади коллективтар сығышын меңәрләгән халыҡ тамаша ҡылды.

Ватанды һаҡлау, илһөйәрлек темаһы киносценаристар һәм режиссерҙарҙың иғтибар үҙәгендә. Радик Килмәмәтовтың «Герой бейеүе» документаль фильмы, Руслан Юлтаевтың «Бетеү» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмы , Фәнис Хөсәйенов тураһында «Сая егет» аннимация кинопремьералары үтте. Кино сәнғәте ауыл халҡына ла яҡынайҙы. Йыл аҙағында яңыртылған өс кинозалдың береһе Нуриман районы Красная Горка ауылында асылды.

Ҡорамалдар 9 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына һатып алынған. Кинозалда күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, ҙур экран, уйнатыу серверы ҡулланыла. Мәктәп уҡыусылары башҡорт телендә русса субтитрҙар менән «Ап-аҡ ҡар» фильмын ҡараны.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән өс йыл элек старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ла илдә иң яҡшыларҙың береһе тип табылды. Быйыл програмала ҡатнашыусылар дәүләттән миллион һумлыҡ ярҙам алды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыусылар араһында Стәрлетамаҡ районы Яңы Уҫылы ауылы мәҙәниәт йортоноң режиссеры Зәлиә Әхмәтшина ла бар.

«Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе лә төбәккә ҙур еңеү килтерҙе - республика Рәсәйҙең әҙәби флагманы тип танылды. Башҡортостанда китапханаларҙы заман талаптарына яраҡлаштырыу дауам итә

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең:» Балалар әҙәбиәте бала саҡ хозурлығын дауам иттереүҙә булышлыҡ итергә тейеш» тигән юлдары бар. Күренекле әҙиптең 105 йыллығына асылған яңы быуын китапханаһында балалар үҙҙәренең күңел зауығына яуап бирерҙәй китап донъяһы менән таныша ала. Заман китапханаһының иң өлкән уҡыусыһына 96 йәш. Ә малай-ҡыҙҙар ҡулында смартфон, гаджеттар урынына китап икән, тимәк, йәш быуын киләсәктә тәрән белемле, зыялы һәм юғары мәҙәниәтле булып үҫәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ