Республикала көслө яуым-төшөмгә бәйле бер нисә ауыл электр утһыҙ ҡалған

Республикала көслө яуым-төшөмгә бәйле, Яңы йылға ҡараған төндә Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк һәм Благовещен райондарында бер нисә ауыл электр утһыҙ ҡалған. Авария эҙемтәләре ике сәғәттән бөтөрөлә. Шулай ҙа урындағы халыҡҡа 2025 йылды шәм тоҡандырып ҡаршы алырға тура килгән. Яңы йыл төнөндә Башҡортостандың 112 системаһына 8 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәр башлыса «ашығыс ярҙам» саҡыртыуға тура килә. Әгәр ғәҙәти көндәрҙә бер диспетчер тәүлегенә 600-ләп шылтыратыу ҡабул итһә, байрамдарҙа был күрһәткес 200-300 тиклем етә. Шунлыҡтан был көндәрҙә 15-ләп хеҙмәткәр дежурлығ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ