Улар 5 малай һәм биш ҡыҙ. Сабыйҙарҙың ата-әсәләрен социаль селтәр аша Радий Хәбиров та ҡотлаған. Республика башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, аҡ халатлылар байрам көндәрендә лә үҙ эшен яратып һәм ихлас башҡара, тип билдәләгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
1 ғинуарҙа Диана Абдрахманова Яңы йыл менән бергә, улының тыуған көнөн дә билдәләй. Ике ҡыҙ үҫтергән ғаиләнең улдары тыуған.
Сәғәт телдәре ун икене һуҡҡанда тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡыҙ, ә Белорет үҙәк район дауахаһында ир бала донъяға килгән. Башҡортостанда тыуған балаларҙың 35 проценты Республика перинаталь үҙәгенә тура килә. Йыл менән йыл алмашынған төндә өс сабый ауаз һалған.
Яңы йыл төнөндә бөтәһе 10 сабый донъяға килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, икенсе йыл был күрһәткес бер кимәлдә ҡала. Был юлы малайҙар менән ҡыҙҙар һаны ғына тигеҙләшкән Әсәләргә бала табыу йортонан бүләктәр ҙә ҡаралған. Тупланмала сабый өсөн кейем комплекты, юрған һәм янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролма бар.
Азат Ғәлиуллин



