Төбәктә Спорт һәм һаулыҡ декадаһы дауам итә


Яңы йыл байрамдарында төбәктә 500-ҙән ашыу сара ойоштороласаҡ. Йылдың беренсе көнөндә баш ҡаланың 8 майҙанында «Вәғәҙәләр уҙышы» үтте. Уның шарттарына ярашлы, уҙышта ҡатнашыусы һәр кем үҙенә һүҙ биреп, йыл дауамында үтәргә тейеш. Вәғәҙәләр йүгереүселәргә беркетелгән номерҙарға яҙылғайны. Тотош донъяла билдәләлек алған сара республика район-ҡалаларын да иңләне. Иглин районында үткән «Вәғәҙәләр уҙышы»на ике йөҙҙән ашыу кеше сыҡты. Төбәк халҡы һәм ҡунаҡтарынан тыш, Иглин ауылының 4-се мәктәбенән Шайморатовсылар класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре лә 2 саҡрымдан ашыу араға йүгерҙе.

Әйткәндәй, Яңы йыл байрамдарында республикала 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Канат юлдары, күтәргестәр техник хеҙмәтләндереү тикшереүе үткән. Төбәктең тау саңғыһы курорттары ғаилә ялын файҙалы ойошторорға булышлыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ