Тиҫтәләрсә кеше ҡатнашҡан сарала һәр кем үҙ фантазияһына таянып байрам кейемдәрен әҙерләргә тырышҡан. Улар араһында әкиәт персонаждары, матрешкалар, хатта тотош ҡәбилә булып килгән индеецтар ҙа бар. Баһалама ағзалары тарафынан ғәҙәти булмаған костюмдар айырым билдәләнде. Аҡсалат бүләктәр шәхси һәм коллектив номинациялар буйынса тапшырылды. Беренсе урын алыусы 2025 йыл символы булған йылан костюмы өсөн 100 мең һум менән бүләкләнде.



