Өфөнән Артур Исҡужин йыл ярым ерҙәге иң һыуыҡ ҡитғала командировкала булып, теген производствоһын асыуға аҡса йыйған. Хәҙер замандашыбыҙ этно стилдәге кейем брендын халыҡҡа тәҡдим итә. Һәләтле һәм ҡыйыу дизайнер менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Артур Исҡужин коронавирус пандемияһында яңы шөғөл үҙләштереп, килем ала башлай. Тегеү эшен ул битлеккә ихтыяж тамамланыу менән дә ташламай. Киреһенсә, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында хеҙмәт юлын дауам итеп, тегеү оҫталығын камиллаштыра... Әле ул үҙенең кейем бренды өҫтөндә эшләй.
Тәүге уңыштар ҙа бар. Быйыл дизайнер һөнәрен үҙләштергән яҡташыбыҙ үҙенең коллекцияһы менән «Еңел сәнәғәт» форум-күргәҙмәһендә уңышлы сығыш яһаған. «Ай» брендына ярашлы, этностилдәге кейемдәр халыҡҡа тәҡдим ителә.
Ә этностилдәге кейем бренды булдырыу - тәүҙә хыялда ғына булған. Артур Исҡужин «Ағиҙел» предприятиеһында эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, тегеү цехы ойоштороу маҡсаты менән яна башлай. Бизнесҡа тейешле сумма йыйыу өсөн ул, хатта, Антарктидаға юллана. Башта вездеход водителе, артабан «Көнсығыш» станцияһында оператор булып эшләй.
Антарктидала эшләү еңелдән булмай. Техника эшлектән сыҡҡан осраҡтар булғылай, сатлама һыуыҡта уны ремонтларға тура килә. Шулай ҙа һынауҙар һындырмай, яҡташыбыҙҙы тегеү цехы ойоштороу хыялы йөрөтә. Ижадҡа һөйөүе йырҙар булып та яңғырай.
Ни тиклем генә һыуыҡ булмаһын, Артур Исҡужин урындағы фауна менән танышырға ла ваҡыт таба. Пингвиндар, диңгеҙ леопардтарын күрә. Хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп була.
Артур Исҡужин Антарктидалағы оҙайлы командировканан ярты йыл элек ҡайтҡан. Кеҫәһендә Өфөлә фатир һатып алырлыҡ аҡсаһы була, әммә хыялы еңә. Производство майҙансығы ойоштороп, баҙарға яңы кейем бренды менән сыға. Әлегә һатыуҙар интернет аша ғына ойошторолған, шулай ҙа яҡташыбыҙ киләсәктә магазин асырға теләй. Йәне теләгән - йылан ите ашаған тиҙәр, был эште лә ул яҡын арала атҡарырға иҫәп тота.
Гөлназ Хәйбуллина



