Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Дельфин» Яңы йылды ғаиләһе менән үткәрҙе

Яңы йыл байрамын ғаилә менән, балалар янында. Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Дельфин» ҡушаматлы яугир ике аҙналыҡ отпускыһын дүрт балаһы, туғандары янында үткәргән. Ғаиләһе менән ил баш ҡалаһы Мәскәүгә Кремль шыршыһына барғандар. Яугир тыуған ерҙән көс алып яңынан яуҙаштары янына Донбассҡа, алғы һыҙыҡҡа юллана. Ул полкташтарына исемле посылкалар ҙа алған.

Яҡындары, балалары «Дельфин» ҡушамамтлы яугирға изге теләктәрен еткерҙе. Юлда уларға башҡа иптәштәре лә ҡушыласаҡ. Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне, Еңеү менән иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ