Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Кушнаренко үҙәк район дауаханыһының яңы поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышып, пациенттарҙы ҡабул итте. Айрат Рәхмәтуллин шәхси консультация барышында министр булараҡ ҡына түгел, табип-невролог кәңәштәрен дә бирҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Александр Афонченко - махсус хәрби операция ветераны. 2022 йылдың йәйендә алған йәрәхәттәренән һуң бер ай комала ята. Хәрби табиптарҙың ваҡытында күрһәткән ярҙамы һәм оҙайлы реабилитация арҡаһында үҙ аяҡтарымда йөрөй алам, ти ул. Десантсы әле Кушнаренко ауылындағы физкультура һауыҡтырыу комплексында эшләй һәм һаулығын тергеҙеү өсөн бар көсөн һала. Аяҡ-ҡулдар ойомаһын һәм тулы ҡеүәттә хәрәкәт итһен өсөн табиптарға даими рәүештә күренеп, дауаланыу курстарын да ала.
Бөгөн уны алдан яҙылыу буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры, табип-невролог Айрат Рәхмәтуллин ҡабул итте. Александрға Өфө дауаханалырының береһендә һаулыҡты нығытып сығыу өсөн юллама бирелде. Кушнаренко үҙәк район дауаханаһында Айрат Рәхмәтуллинға күренергә теләүселәр байтаҡ булды.Паценттар араһында инсульт кисергән, юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән кешеләр ҙә бар ине. Һәр береһе ентекләп тикшерелде, артабанғы дауалау һәм реабилитация буйынса консультациялар бирелде.
Яңы йыл каникулдары һаулыҡты тикшереү өсөн уңайлы ваҡыт, тигән фекерҙә табиптар. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары республика халҡын диспанцеризация үтергә саҡыра. Медицина тикшереүҙәрен 40 йәштән үткән пациенттар йыл һайын, ә 18 йәштән алып 39 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер үтә ала. Бының өсөн поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова



