Бала саҡ хыялынан – Рәсәйҙең юғары наградаһына


Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, хеҙмәт ветераны, ветеринария станцияһы етәксеһе,өлгөлө атай. Башҡортостандың географик үҙәге Ерек ауылынан Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновтың биләгән вазифалары ла, хеҙмәт тәжрибәһе лә бай. Уның менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Фаил Зәйнетдинов донъялағы иң миһырбанлы һөнәр эйәһе. Бала сағынан йәрәхәтләнгән ҡош-ҡорттарҙы һәм йорт хайуандарын өйөнә алып ҡайтып тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән. Мәрхәмәтле ғәмәлдәре уға һөнәр һайлауға этәргес биргән.

Бурлы урта мәктәбен тамалағандан һуң, ул Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын, һуңынан Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ғафури совхозында башлай һәм баш ветеринар табип вазифаһына тиклем үрләтелә. 2011 йылдан Ғафури район ветеринария станцияһын етәкләй.

Яуаплы белгес һәр ваҡыт белеменә һәм тәжрибәһенә таянып эшләй. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм бал ҡорттары сирҙәренә ҡаршы көрәштә һәм профилактикалауҙа инновация технологиялары индерә. Фаил Һиҙиәт улы етәкселегендә 250-нән ашыу диагностика тикшеренеүҙәре үткәрелә. Район ветеринария стацияһында бәләкәй йорт һәм экзотик хайуандарҙы дауалау өсөн хирургия кабинеты асылған, заманса йыһаздар алынған.

Ғафури районының ветеринария станцияһы етәксеһе Фаил Һәҙиәт улы Рәсәйҙең юғары дәүләт наградаһы эйәһе. Президент Владимир Путиндың указы менән Ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Фаил Һиҙиәт улы:»Әгәр ҙә яратҡан эшеңдә бәхетлеһең икән, тимәк, был бәхет өйгә лә эйәреп ҡайта» тип иҫәпләй. Улар тормош иптәше Фәнилә Сәлимгәрәй ҡыҙы менән күптән бер бөтөнгә әйләнгән пар. Ғаилә башлығы ял минуттарында ҡулына йыш ҡына гармунын ала.

Зәйнетдиновтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.Балалары икеһе лә юғары белемле, Өфөлә яратҡан һөнәре буйынса эшләй.Фаил Һиҙиәт улы менән Фәнирә Сәлимгәрәй ҡыҙы Зәйнетдиновтар улар өсөн тыныслыҡ, муллыҡ утрауы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ