Яугирҙарыбыҙ өсөн 10 меңдән ашыу маскировка селтәре, 25 мең окоп шәме - был Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының 2024 йылдағы эше һөҙөмтәһе, - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағылар өсөн меңдән ашыу техника берәмеге йыйып ебәргән, мохтаждарға иҫәпһеҙ-һанһыҙ изге эш күрһәткән. Байрамдарға ҡарамаҫтан, штаб үҙенең мөһим эшен дауам итә. Бөтә республика буйынса ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, окоп шәмдәрен ҡоя, ил һаҡсылары өсөн гуманитар ярҙам йыя. Улар хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, ҡарҙы таҙартып бирләр һәм утын яралар. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейемендә Яңы йыл менән ҡотлайҙар. Был ҙур, кәрәкле эштә ҡатнашҡан һәр кемгә лә рәхмәт. Бергәләп кенә еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.




