Башҡортостанда «Айыҡ водитель» операцияһы үтә


Башҡортостанда уҙған тәүлектә 63 иҫерек водитель ҡулға алынған, уларҙың дүртәүһе иҫерек килеш руль артына икенсегә ултырған. «Айыҡ водитель» операцияһы һөҙөмтәләре менән социаль селтәрҙәрҙә төбәктең баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов таныштырҙы.

Статистика буйынса, ял көндәрендә иҫерек килеш машина менән идара итеүсеселәр һаны һиҙелерлек арта. Уларға ҡаршы көрәшеү һәм фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәр байрам көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй. Владимир Севастьянов төбәк халҡын битараф ҡалмаҫҡа һәм законды тупаҫ боҙоусыларға ҡаршы көрәштә ярҙам итергә саҡырҙы. Әгәр һеҙ руль артында иҫерек водитель ултырғанын күрһәгеҙ, был хаҡта кисекмәҫтән эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки чатта дәүләт автоинспекцияһы боты хәбәр итегеҙ.

Стәрлетамаҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аттарҙы автомобилгә бәйләгән водитель менән ҡыҙыҡһынды. Бер көн алда социаль селтәрҙәргә йорт хайуандарының внедорожник артынан йүгереп барған видеояҙма һалынды. Урындағы халыҡ бындай күренеште беренсе тапҡыр ғына күҙәтмәй. Транспорт худжаһы бындай ысул менән аттарҙы ла, пониҙарҙы ла ташый. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡануниәт нормаларын боҙоп аттар ташыған внедорожник водителенә ҡарата административ тикшереү башланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ