Ҡырмыҫҡалы районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Быйыл Башҡортостанда 43 янғын сыҡҡан, уларҙа 2 кеше һәләк булған. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында төбәктә яңы йыл байрамдарында янғынға ҡаршы рейдтар үткәрелә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районына барҙы. Улар халыҡ менән осрашып янғын тураһында хәбәр итеүсе прибор ҡуйыу мөһимлеген аңлатты. Ошондай ҡоролмаларҙың береһе махсус хәрби операция ветеранына бүләк ителде. Яугир бер ай элек алғы һыҙыҡтан яраланып ҡайтҡан. Рейд ваҡытында белгестәр электр үткәргестәренең торошон да тикшерә. Башҡортостанда иҫкәртеү рейдтары 8 ғинуарға тиклем уҙғарыла. Уның барышында бөтә райондарҙа ла күп балалы ғаиләләрҙең, яңғыҙ ҡарттарҙың һәм имен булмаған граждандарҙың йәшәү урындары иғтибарға алына. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа янғын сыҡҡан осраҡта «01», «101» йәки «112» номерҙары буйынса шылтыратырға кәрәклеген иҫкәртә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ