Яңы йыл табынына төрөк тәмлекәсе. Иглин районы Һарт Лабау ауылынан күп бала тәрбиләүсе Кашаевтар ғаиләһе Яңы йылды көтөлмәгән бүләктәр, яҡты уй-маҡсаттар, матур теләктәр менән ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Алыҫтан яҡты уттары балҡыған үҙенә өй иғтибарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итә. Был нигеҙҙә күп балалы Кашаевтар йәшәй. Йорт ауыл ситендә урынлашҡан. Торлаҡ шарттарын яҡтыртыуға мохтаж йәш ғаиләгә төҙөлөш өсөн ер тап ошо урындан бүленгән. Уңған хужабикә Яңы йыл табынына башҡа һый-ниғмәттәр менән бергә ҡәйнәһе өйрәткән рецепт буйынса торт та бешерә.
Әйткәндәй, байрам шыршыһын да балалар аталары менән бергәләп биҙәй. Яңы йылдан улар мөғжизә көтә. Кашаевтарҙың балалары яҡшы уҡығаны һәм өлгөлө тәртибе өсөн үҙенсәлекле бүләктәр һәм тәмлексәтәр алып ҡыуана.
Яңы йылда Кашаевтарҙың байрам өҫтәле тәмлекәстәрҙән һығылып тора. Өҫтәлдә мотлаҡ торт, төрөк бәлеше, манты, хинкали, туҡмаслы һурпа, башҡа ризыҡтар. Байрам табынында өләсәләре лә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ.
Һәр ғаилә үҙенә күрә бәләкәй дәүләт кеүек. Кашаевтар кеүек эшсән, татыу ғаиләләр күберәк булған һайын илебеҙ ҙә ҡеүәтле һәм көслө буласаҡ.
Гүзәл Борханова



