Өфөнән акушер Эльвира Ғәләмова яңы йыл каникулын оҫтаханала үткәрә

Ижади ял. Өфөнән акушер Эльвира Ғәләмова яңы йыл каникулын оҫтаханала үткәрә. 3 тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағышлаған табип башҡала үҙәгендәге «Микеланджело» студияһында картиналар төшөрөү менән шөғөлләнә. Эльвира Тәлғәт ҡыҙы фекеренсә, матурлыҡ тыуҙырыу уға акушерлыҡ хеҙмәтендә - бала көткән гүзәл заттар менән эшләгәндә лә ярҙам итә. Ижадҡа, тәбиғәткә ғашиҡ табип менән хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова осрашты.

Акушер һәм рәссам. Тәү ҡарамаҡҡа был ике һөнәр араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ һымаҡ. Ысынбарлыҡта иһә киреһенсә. Картиналар ҙа сабый һымаҡ. Күңел, йөрәк йылыһын ҡушҡанда ғына ысын һөйөү емеше тыуа. Эльвира Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, һүрәт төшөрөү-ул арт терапия. Матурлыҡ тыуҙырыу кешенең рухи донъяһын таҙарта, насар уйҙарҙан арындыра, дауалай, тынысландыра. Үҙем картиналар төшөрә башлағандан һуң был шөғөлдөң организмға ыңғай йоғонтоһон тойҙом, хәҙер буласаҡ әсәләр өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, ти рәссам акушер.

Эльвира Ғәләмова тәүҙә ҡылҡәләмгә ҡурҡып ҡына тотонһа, хәҙер уның картиналары 50-гә яҡын. Хатта шәхси күргәҙмәһен дә ойошторған. Ҡыҙы Әлиә лә әсәһенең шөғөлөн хуплай, ул да рәсем студияһына йөрөй башлаған. Эльвира Тләғәт ҡыҙы күберәк тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүгә өҫтөнлөк бирһә, Әлиә үҙен төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарай. «Микеланджело» студияһы хужалары әйтеүенсә, картиналар-кешенең эске донъяһының сағылышы. Кеше буяуҙар аша үҙенең тормошҡа ҡарашын күрһәтә.

Беҙҙең студияға төрлө һөнәр эйәләре килә, улар араһында спортсылар ҙа, табиптар ҙа, ғалимдар ҙа, инженерҙар ҙа бар. Картиналар төшөрөү өсөн ниндәй өлкәлә эшләүең мөһим түгел, күңелеңдә ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөү йәшәргә тейеш. Ә беҙ үҙебеҙгә килеүселәргә уларҙың хыялын тормошҡа ашыррыға ярҙам итәбеҙ. Буяу материалдары бирәбеҙ, рәссам уҡытыусыларыбыҙ картиналар төшөрөү серҙәре менән бүлешә.

Руслан Сәмиғуллин, «Микеланджело» студияһы етәксеһе

Эльвира Ғәләмова студияла күптән шөғөлләнһә, Айгөл Фәбәрисова икенсе көн генә. Ул яңы йылға әсәһенең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған. Картиналар төшөрөү-мөғжизәле бер донъя, күптәр картиналар төшөрөп ҡарарға ниәтләй, әммә ҡыймай, ти Айгөл Фәбәрисова.

Ижад донъяһында осрашҡан ҡылҡәләм оҫталары әйтеүенсә, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, матурлыҡ тыуҙырырға бер ҡасан да һуң түгел. Бары тик теләк кенән кәрәк.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ