Төбәктә йәшәүселәр байрамдарҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәрһен өсөн тейешле шарттар булдырыла


Быйыл да ҡышҡы каникул осоронда 5-се тапҡыр Ғаилә уйындары ойошторола. Унда бөтә республиканан 45 меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, барыһы ла мәктәп этабынан башлана. Артабан муниципаль этап - быйыл ул 3 ғинуарҙа старт алды һәм 11-нә тиклем дауам итәсәк. Ә 31 ғинуарҙа Өфөнөң «Динамо» стадионында үтәсәк финал уйындарына муниципалитет еңеүселәре йыйыла. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар! Әммә бында еңелеүселәр юҡ һәм булырға ла мөмкин түгел. Сөнки иң яҡшыһы - ғаиләләребеҙ менән үткәргән ваҡыт, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ