Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 4 ғинуарҙа көндөҙ Өфө-Дим аэрология станцияһында һауа температураһының абсолют максимумы күҙәтелгән. Был көндө термометр бағанаһы 2,2 градус йылы күрһәткән. Быға тиклем баш ҡалала иң йылы һауа торошо 60 йыл элек теркәлгән булған. 1965 йылдың 4 ғинуарында 2,1 градус йылы булған. Көндәрҙең йылыныуын иҫәпкә алып урындағы властар боҙ ҡаласыҡтарын ябырға ҡарар иткәйне. Был тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай ҙа бөгөн һауа торошо һыуытыу менән майҙансыҡтар йәнә асылды. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус хеҙмәттәр бөтә конструкцияларҙың һәм тауҙарҙың хәүефһеҙлеген тикшереп сыҡҡан. Әйткәндәй, баш ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Һуңғы тәүлектә коммуналь хеҙмәттәр 15 мең 300 кубометр ҡар сығарған.



