Учреждение өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ошондай уҡ уңайлыҡтар Ишембай районы Сәлих ауылында да барлыҡҡа килде. Йәмғеһе республикала быйыл 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
ФАП Ҡарамалыларға Яңы йыл бүләге. Элеккеһендә шарттар булмаһа,. яңыһы заман талаптарына яуап бирә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡарамалы һәм күрше Шипов ауылдары халҡын - йәмғеһе 1300-ҙән кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Яңы ФАП асылыуына айырыуса өлкән быуын вәкилдәре шатлана. Бынан һуң, медицина тикшереүе үтеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә түгел. Учреждениела прививка эшләтергә, анализ тапшырырға, диспансер тикшереү үтергә мөмкин буласаҡ. Пациенттарҙы йәш белгес ҡабул итәсәк. Зөһрә Карнаухова бында «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса эшләй.
Ошондай уҡ шарттар Ишембай ауылы Сәлих ауылында ла булдырылды. Медицина объектында 500 кеше, шул иҫәптән, 80 бала хеҙмәтләндереләсәк. Учрежддение бер нисә ай эсендә төҙөлгән.
Яңы ФАПтарҙа һанлы медицина хеҙмәттәре лә индерелә. Йәғни, фельдшер эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында ҡағыҙ бирә, рецепт яҙа, онлайн-консультация үткәрә ала. Әйткәндәй, Башҡортостан заманса медицина пункттар иҫәбе буйынса илдә алдынғы урындарҙа.
Рәзилә Ғилметдинова



