Былтыр «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» проекты географияһын киңәйтте, программала ҡатнашыусы 150 кеше Үзбәкстанға сәйәхәт ҡылды. Уларҙың береһе Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Ғәлимова. Ханым быға тиклем республика буйлап ойошторолған экскурсия турҙарында ҡатнаша, Белоруссияға барып ҡайта. Уның Үзбәкстәндан алған тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.
Сувенирҙарҙың күбеһе таратылған, шәхси коллекцияны балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба биҙәй. Улар Гүзәл Ғәлимоваға Үзбәкстанға онотолмаҫ сәйәхәт тураһында хәтерләтә. Өфөлә йәшәүсе ханым «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы буйынса өс көнгә Сәмәрҡәнд ҡалаһына барып ҡайта.
57 мең һумлыҡ юллама өсөн ул 43 мең түләгән, ҡалғанын республика бюджеты ҡаплаған. Был хаҡҡа самолетта осоу, трансфер, иртәнге аш тәҡдим иткән ҡунаҡханала йәшәү һәм медицина страховкаһы ингән. Программаға яҙылған саҡта исемлектә 69-сы булғас, беренсе төркөмгә эләгермен тип уйламағайным да, ти ул. Өс көн эсендә Башҡортостан туристары Үзбәкстандың иҫтәлекле урындарын күрә. Улар - Үҙәк Азияның иң билдәле майҙаны - Регистан, Биби-Ханым мәсете, «Бөйөк Ебәк юл» туристик үҙәге биләмәһендәге «Мәңгелек ҡала» этно-паркы һәм башҡалар .
«Башҡорт оҙон ғүмерлеге» проекты республика башлығы тарафынан 2020 йылда булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә 55 йәштән олораҡ яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында ғына түгел, Белоруссия, Абхазияны күрҙе, хәҙер инде Үзбәкстанда ла булып ҡайтты. Сит илдәргә сәйәхәт итеүҙең бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан түләнә. Бынан тыш, проект сиктәрендә оло йәштәгеләр өсөн «Сәләмәтлек мәктәптәре» эшләй, унда 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Программа буйынса спорт менән шөғөлләнеүгә аҡса бүленә.
«Башҡорт оҙон ғүмерлеге.Туризм» проекты 2025 йылға ла юғары маҡсаттар ҡуя. Республика буйлап экскурсия турҙарын ойоштороу, унда 20 меңдән ашыу пенсионерҙы йәлеп итеү планлаштырылған. Шулай уҡ Белоруссия менән Үзбәкстанға ла сәйәхәттәрҙе дауам итеү күҙаллана. Ә инде программа тәҡдим иткән бар йүнәлештәр менән дә файҙаланырға тырышҡан Гүзәл Ғәлимова киләсәккә яңы пландар ҡора.
Әлфинә Килдейәрова



