Спорт объекты урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөлгән. Уны сафҡа индереүҙә мәғариф учреждениеһы коллективы ла, ауылда йәшәүселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа дәррәү ҡатнашҡан. Хоккей майҙансығын асыу тантанаһы ла байрамса, күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтте. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Каникул мәле булыуға ҡарамаҫтан, Зубов ауылы мәктәбе ихатаһы гөрләп тора. Хоккей майҙансығының асылыуын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сөнки белем усағында балаларҙы спортҡа йәлеп итеүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Зубов мәктәбендә тиҫтәнән ашыу спорт түңәрәге эшләп килә, уҡыусылар араһында хоокей менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп.
Хоккей майҙансығы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөлгән. Финас сығымдарҙың төп өлөшө республика, район бюджетынан бүленгән. Күркәм башланғыстан эшҡыуарҙар ҙа, ауыл халҡы ла ситтә ҡалмаған.
Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, әлеге ваҡытта йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен тәрбиәләү тураһында һөйләйбеҙ икән, тәү сиратта шарттар тыуҙырыу мөһим. Уңайлыҡтар булғанда спорт менән ҡыҙыҡһыныусылар иҫәбе лә артасаҡ.
Ата-әсәләр фекеренсә, хоккей майҙансығы балаларҙы заманса гаджеттарҙан айырым саф һауаға сығарырға спортҡа йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Ә был инде үҫеп килгән быуындың һаулығын нығытыу тигән һүҙ. Ә сәләмәт тәндә-сәләмәт рух булыуы барыбыҙға ла мәғлүм.
Рәмзиә Кәримова



