Яңы йыл байрамдары һәм каникулдар уңайынан республикала Ғаилә уйындары үтә


Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» ял паркында йәш парҙар спорт ярыштарында көс һынашты. Мәктәп бәйгеләрендә еңеүсе ата-әсәләр балалары менән төркөм ойоштороп хоккей, күңелле старт, бобслей һәм башҡа уйындарҙа ярышты. Еңеүселәр кубок һәм татлы приздар менән бүләкләнде.

Ғаилә уйындарының маҡсаты гаджеттарҙы ситкә ҡуйып Яңы йыл байрамдарын әүҙем үткәреү, ғаиләләрҙе физик культурға һәм спортҡа йәлеп итеү. Бишенсе йыл рәттән ойошторолған уйындар саф һауала уҙа. Ярыш барышында командалар көс һәм оҫталыҡ буйынса ғына түгел, ә берҙәмлек тә күрһәтте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ