Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Республика инвестиция портфелендә 220 проект бар. Дөйөм инвестиция суммаһы 135 миллиард һум. - Агросәнәғәт комплексы, сәнәғәт, туризм өлкәләрендә тәҡдимдәр бар. Инфраструктура булдырыла, ярҙам саралары ҡаралған. Бөтә инвестиция проекттары ярҙамында эш урындары асыла, һалымдар түләнә, был ҙур маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә, - ти Андрей Назаров.




