Өфөлә Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды. Ул 700 мең һумға еткерелде. Ошо турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә хәбәр итә. - Был район һәм ҡалалар араһында иң ҙур сумма. Хәҙер Өфөлә бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 2 миллион 300 мең һум бирелә. Килешеү төҙөү шарттары тураһында 117, йә 218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.




