Башҡортостанда капиталь ремонт планы әҙерләнде. 598 йортта эштәр ҡаралған. Бының өсөн 5 миллиард һум тотонола. Шулай уҡ 620 лифт алмаштырыла, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Бынан тыш, республика ҡаҙнаһынан 59 миллион һум дәүләт ярҙамы бүленә. Аҡса ауылдарҙа күп фатирлы йорттар ҡыйыҡтарын төҙөкләндереүгә һәм мәҙәни мираҫ объекттары тип танылған йорттарҙа ремонт өсөн тәғәйенләнә.




