Уҙған төндә бөтә донъя христиандары төп дини байрамдарының береһен сиркәүҙәр һәм ҡорамдарҙа үткәрҙе. Башҡортостанда ғибәҙәт ҡылыуҙар 131 дини учреждениела уҙҙы, уларҙың 19-ы - Өфөлә. Баш ҡалала төп байрам сараһы Богородица Раштыуаһы соборында уҙғарылды. БСТ телеканалында байрамдан тура трансляция ойошторолдо, унда башҡа конфессиялар вәкилдәре лә ҡатнашты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Раштыуа байрамы осоронда күңелһеҙ хәлдәр теркәлмәгән. Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеүгә 300-ҙән ашыу ҡотҡарыусы һәм ирекмән йәлеп ителгән.



