Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы төндә Башҡортостанда һауа температураһы аяҙайтҡанда 19-24 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ 1-6 градус һыуыҡ була. Ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран һәм юлда боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк елдең тиҙлеге секундына 9-14, иртән һәм көндөҙ 15-20 метрға етәсәк, тип күҙаллана



