Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Мораҙым тарлауығында йәшәгән зубрҙар төшөрөлгән видео менән бүлеште


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда республикаға «Беловежье шырлығы» Милли паркынан 18 зубр килтерелгәйне. Төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, ошо ваҡытта хайуандарҙың 5 быҙауы тыуған. Зубрҙар менән туристар ҙа таныша ала. Башҡортостан Беловежье популяцияһына ҡараған зубрҙарҙы илдә тәүгеләрҙән булып үрсетә башланы. Пилот проект Башҡортостан һәм Белоруссия республикалары араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлек арҡаһында тормошҡа ашырыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ