Байрам көндәрендә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында рейдтар йышайҙы

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәҫәлән, ҡышҡы балыҡсылыҡты яратыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә. Бөгөн ошондай сараларҙың береһе Иҫке Александровка ауылы янында уҙҙы. Ағиҙел йылғаһындағы билдәле урынға күрше ауылдарҙан да балыҡсылар йыш килә. Яңы йыл каникулы һуңында ҡышҡы ялға ике тиҫтәләп кеше йыйылғайны, күптәр балалары менән килгән. Был нөктәлә боҙ ҡалынлығы яҡынса 30 сантиметр, йәғни хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.


Хәүефһеҙ боҙ ҡалынлығы 10 сантиметрҙан башлана. Орджоникидзе районында балыҡсылар күпләп Иҫке Александровка һәм Никольский ауылдары янында йыйыла. Беҙ унда көн дә рейд үткәреп торабыҙ. Яңы йылда күңелһеҙ хәлдәр теркәлмәне.

Урал Тажетдинов, Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ