Стәрлетамаҡтың Ырымбур трактында урынлашҡан «Царь-баня» мунсалар комплексында янғын сыҡҡан. Зыян күреүселәр юҡ. Утты һүндереүгә биш берәмек техника, 19 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Янғындың башҡа биналарға таралыуына юл ҡуйылмаған. Осраҡ сәбәптәрен Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре асыҡлай.



