Өфөлә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте


Өфө фән һәм технологиялар унивеситеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине.

Илдар Миҙхәт улы 1961 йылда Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. 1983-1990 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник институтында, 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институтында доцент булып эшләй. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, бик күп публицистик мәҡәләләр авторы. Илдар Ғәбитов сканвордсы булараҡ та билдәле. Уның башҡорт телендәге башватҡыстарын милли матбуғат уҡыусылары яҡын күрҙе. Мауыҡтырғыс кроссворд һәм сканвордтары гәзит- журналдарҙа даими баҫтырылып килде. Илдар Миҙхәт улы иҡтисад фәндәре кандидаты булараҡ беҙҙең яңылыҡтар хеҙмәтенең дә даими эксперты булды.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Өфөнөң Карл Маркс урамы, 3 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә үтә. Илдар Ғәбитов шәмбе үҙенең тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылы зыяратында ерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ