Кушнаренко ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашып, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - муниципалитет етәкселәренең мөһим бурысы тип билдәләне. Осрашыуҙан һуң төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр менән аралашты.




