Башҡортостанда яңы йылдан Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 2 миллион һумға етә, ә һуңынан ай һайын 210 мең һум тирәһе эш хаҡы бирелә. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәмендә 4 миллион ярым аласаҡ. Бынан тыш яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Контрактҡа хәрби комиссариатта йәки «Защитник» берҙәм үҙәгендә ҡул ҡуйырға мөмкин.
Хәрби комиссариат вәкилдәре документтарҙы ҡабул итә, табиптар медицина тикшереүе уҙғара, банк хеҙмәткәрҙәре түләү өсөн карталар бирә. Өфөнөң «Черемушки» шифаханаһында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Йәғни берҙәм тәҙрә системаһы эшләй. Шуға күрә бында килеүселәр ҙә күп.
Контракт килешеүе төҙөүселәр араһында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килеүселәрҙе күрергә мөмкин. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә байтаҡ. Әммә һәммәһенең дә фекере бер, илдең именлегенә хәүеф янағанда ир-егеттәр иңен ҡуйырға тейеш. Был ата-бабаларҙан ҡалған изге бурыс.
Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы указына ярашлы, йыл башынан бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылған. Хәҙер уның суммаһы 2 миллион һум тәшкил итә, ә өфөләр өсөн ҡала хакимиәтенән өҫтәмә менән 2 миллион 300 мең һум.
Үҙәктә йәшәү өсөн бүлмәләр ҡаралған, өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Был бигерәк тә алыҫ райондар өсөн ҡулай. Бер килгәндә бар һорауҙарҙы хәл итеп контракт килешеүенә сығырға мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәтте 122 телефонына шылтыратып йәки башбат. рф сайтына инеп ҡарарға була.
Рәмзиә Кәримова



