Федераль, төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге трассаларға 800-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Өфө урамдарына ғына йәмғеһе 262 транспорт сараһы сығарылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Көслө яуған ҡарҙы, хатта ҡеүәтле техника ла күтәрә алмай. Шуға ҡарамаҫтан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡаланың ихата-урамдарын таҙартыу көсөргәлешле режимда алып бара. Дамир Сабитов тракторсы булып 2000 йылдар башынан эшләй. Уға Яңы йыл байрамдарында ла сығырға тура килгән.
Тәү сиратта автомобиль юлдары, тротуар һәм туҡталыш павильондары иғтибарға алына. Тимер юл дауаханаһы туҡталышы биләмәһе мәҫәлән, техникалар менән бергә, ҡул көсө ярҙамында ҡарҙан таҙартылды. Эш билдәләгән урындарҙа тамамланғас та, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ихата алдын комплекслы таҙартыуға тотона.
Әлбиттә, ҡайһы бер күп ҡатлы йортта йәшәүселәр ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Ҡулдарына көрәк алып йыш ҡына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенә ярҙамға сыға.
Ә йыйылған ҡар өйөмдәре Сәғит Агиш урамындағы яңы ҡар иретеү пунктына килтерелә. Ҡар эшкәртеү пункты ҡеүәте тәүлегенә 1200 кубометрға етә. Иҡтисади яҡтан ул отошло технология буйынса эшләй - иретеү өсөн электр энергияһы талап ителмәй.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йәнә һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Киләһе тәүлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етеүе ихтимал. Епшек ҡар яуыуы, электр линияларына һәм ағастарға ҡар һырыуы, юлдарға һырынтылар ятыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Белгестәр халыҡты уяу һәм һаҡ булырға саҡыра.
Азат Ғәлиуллин



