«Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе


Диагнозды үҙҙәре ҡуйған, табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмаған. «Өйәҙе-тау» тау саңғысылары комплексында булған низағҡа ойошма етәкселеге аңлатма бирҙе. Мәскәү туристарының ял урыны тураһында насар баһаһынан һуң, Роспотребнадзор белгестәре урында тикшереү ойошторҙо. Ғауға сәбәптәрен беҙҙең ижади төркөм асыҡланы.

Мәскәү ҡатынының ҡәтғи һығымталары менән видео интернет ҡулланыусылар араһында тиҙ таралды. Туристар белдереүенсә, ял базаһына урынлашыуҙан һуң тәүлек ваҡыт үткәс, балаларҙың хәле насарая. Ял итеүселәр үҙҙәре диагноз ҡуя: ротавирус. Йәнәһе, улар ял базаһы яңы йыл бүләге итеп таратҡан күстәнәстән ағыуланған. Тик табиптарға мөрәжәғәт итеүсе булмай. Быны беҙгә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы да раҫланы. Шулай ҙа, комплекс етәкселеге белдереүенсә, туристар төркөмө ауырыуҙарҙы хәтерләтмәй. Бер нисә көн дауамында улар әүҙем ял итә: мунса инә, аттарҙа йөрөй.


Туристарҙың ҡайһы бер дәғүәләре менән генә ризамын. Һыу тәьминәте менән ҡатмарлыҡтар булды, дөрөҫ. Тик уларҙың ағыуланыуына мин ышанмайым.

Артур Нәсибуллин, Тау саңғыһы комплексы директоры

Туристар ял йорттарында сысҡандар булыуына ла зарлана. Тик бында ай һайын дератизация эшләнә. Комплекстың урман эргәһендә булыуын иҫәпкә алғанда, кимереүселәрҙең йәшәгән ергә яҡын килеүе ихтимал, ти етәкселек. Киләсәктә был етешһеҙлеккә улар нығыраҡ иғтибар бүлмәксе. Ә Роспотребнадзор белгестәре ял базаһында йәмәғәт туҡланыуы сифатын тикшерәсәк.


Ашханала ризыҡтар тикшереүгә алынды. Эш идаралыҡ контролендә. Ял базаһы етәкселеге ҡыҫҡа ваҡытта етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә әҙер.

Нәзирә Ғәбиҙуллина, Роспотребнадзор идаралығының Октябрьский ҡалаһы территориаль бүлеге етәксеһе

Был эште республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ла күҙәтә. Ведомство етәксеһе ял базаһы директоры һәм хеҙмәткәрҙәре менән күрешеп аралашты.


Буштан ғауға күтәрҙеләр, республиканың туризмы репутацияһына был, әлбиттә, йоғонто яһаны. Бәлки, кемдер махсус быны эшләгәндер. Әгәр ҙә туристар ысынлап та зыян күрһә, мин, министр булараҡ, ғәфү үтенәм. Башҡортостан - ҡунаҡсыл республика, бер күңелһеҙ хәл арҡаһында бөтә төбәк тураһында һүҙ йөрөтөү дөрөҫ түгел.

Зөһрә Гордиенко, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры
Башбат

Башҡортостанда 14 тау саңғыһы курорты бар, улар туристар иҫәбе һәм сифаты буйынса илдең иң яҡшылары исемлегендә. «Өйәҙе-тау» ҙа - республика халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урыны.


Ун йыл тирәһе бында ял итәбеҙ. Ғаиләбеҙ менән киләбеҙ, бөтәһе лә оҡшай. Ашханала балалар даими ашай

Игорь Яҡупов, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе

Республиканың туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай хәл 15 йылға тәүгә теркәлгән. Комплекс хужаһын иһә дәғүәселәрҙең йәнәһе лә ағыуланыуҙан һуң әүҙем ял итеүе ғәжәпләндерә. Етешһеҙлектәр тураһында улар ҡайтыр саҡта ғына белдерә, ә яҙма ялыуҙан баш тарта.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ