Федоровка районының Яңы Михайловка ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға йыйына. Дөйөм йыйылышта улар конкурсҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә мемориаль комппекс асыу проектын тәҡдим итергә килешкән.
Бөйөк Ватан һуғышында Яңы Михайловканан 70-ләп кеше ҡатнашҡан, уларҙың 52-һе яу ҡырҙарында ятып ҡалған. Әммә быға тиклем ауылда яугир яҡташтар иҫтәлегенә бер ниндәй ҙә һәйкәл ҡуйылмаған. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгән йылды Яңы Михайловка халҡы илгә тыныслыҡ яулаған ауылдаштарының исемдәрен мемориал таҡтаташта мәңгеләштерергә ниәтләй. Буласаҡ һәйкәлгә аҡса йыйыу әсөн ауылда мәҙәни саралар, йәрминкәләр ойошторола, йыйылған аҡса проектты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.



