Иң ҡыҫҡа эш аҙнаһы: яңынан эш режимына нисек күсергә?

Бөгөн Яңы йыл каникулынан һуң, эш аҙнаһы башланды. Илдә был иң ҡыҫҡа эш аҙналарының береһе: ул ике көн генә дауам итәсәк. Оҙайлы ялдарҙан һуң, яңынан элекке эшлекле режимға күсеүе ҡатмарлы. Психологтар йонсоған организмды интектермәҫкә кәңәш итә. Тәүге эш көндәрендә күләмле бурыстар алмаҫҡа, эшкә яйлап тотонорға кәрәк, ти белгестәр. Эш көнөнән алда кис кәмендә ярты сәғәт саф һауала йөрөп килеү файҙалы булыр. Каникулдан һуң, физик торошто яҡшыртыу шул иҫәптән йоҡоно көйләүгә бәйле.


Каникул ваҡытында халыҡ төнгө сәғәт 2-3-кә тиклем йоҡламаҫҡа күнегә. Йоҡо режимы боҙолоу кешенең хәленә насар тәьҫир итә. Киске сәғәт 11-ҙә йоҡларға ятырға тырышығыҙ. 1-2 сәғәт алдан телефон тотмаҫҡа кәрәк, сөнки экрандың зәңгәр уты мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

Евгений Гущин, психолог

Эштә иһә бәләкәй тәнәфестәргә туҡтап алыу зарур. Был иғтибарлы, дәртле булыуға, тиҙ арымауға булышлыҡ итә. Эш урынында уҡ ябай физик күнекмәләр яһарға мөмкин. Ашауға килгәндә, белгестәр сәләмәт туҡланыуға күсергә, тик ҡаты диетаға ултырмаҫҡа кәңәш итә. Майҙа ҡыҙҙырылған, тоҙло-боросло аҙыҡтан, алкоголь эсемлектәрҙән баш тартырға, күберәк һыу эсергә кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ