Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университеты туҡталышы эргәһендә авария теркәлгән


Бөгөн төндә Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университеты туҡталышы эргәһендә авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһан хәбәр итеүҙәренсә, юл ваҡиғаһы төнгө сәғәт 4-тәр тирәһендә була. 35 йәшлек иҫерек ир Skoda Yeti автомобилендә Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйлап хәрәкәт иткәндә бағанаға бәрелә. Транспорт сараһы түңкәрелә. Водитель һәм уның 27 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы зыян күреүселәрҙең хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ