Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған ғалим Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙата

Ул 63 йәшендә арабыҙҙан китте.  Илдар Миҙхәт улы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Финанс институтында эшләне. “Илдар Ғәбитов тураһында күңелемдә матур иҫтәлектәр генә ҡалды”, - ти иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған ғалим Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙата

“Илдар Ғәбитов яҡташтары өсөн иптәш булды. Хеҙмәте һәм тормошо менән өлгө күрһәтеп йәшәне. ”, - ти БСТ телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған ғалим Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙата

Өфөлә Илдар Ғәбитов менән хушлашыу сараһы бер сәғәттән башлана. Ул Карл Маркс урамындағы 3 кәсер 1-се йортта үтә. Мәрхүм иртәгә тыуған яғы Әбйәлил районы Буранғол ауылында ерләнә.

Фото №1 - Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған ғалим Илдар Ғәбитовты һуңғы юлға оҙата
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ