Башҡортостанда уҙған йылда 205 сүп-сар урыны юҡ ителгән, Ҡыйғы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында ҡалдыҡтарҙы сортировкалау комплекстары төҙөлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала сүп-сарҙы сығарыуҙы күҙәтеү яйҡа һалынған. Быйыл Рәсәйҙә “Экологик именлек” тигән яңы милли проект тормошҡа ашырыла башлай. Башҡортостан “Рәсәй һыуы”, Урмандарҙы һаҡлайыҡ” һәм “Иҡтисадтың ябыҡ циклы” проекттарында ҡатнашырға планлаштыра.




