Борай районында хәрбиҙәр менән бергә алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡ ебәрелде, тип яҙа социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев. Яугирҙарға ике УАЗ машинаһы, рация, йылы кейем, окоп шәмдәре, гигиена кәрәк-яраҡтары тапшырылды. Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөү шарттары тураһында 117, шулай уҡ 122 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин. Хәрбиҙәр өсөн түләүҙәр арттырылды.




