Башҡортостанда ике мәктәпкә билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемдәре бирелә

Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Уға ярашлы, Белорет ҡалаһында балалар художество мәктәбе һынлы сәнғәт оҫтаһы, педагог һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Артур Знот исемен ала. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында балалар сәнғәт мәктәбенә композитор, педагог Айрат Ҡобағошов һәм рәссам, скульптор, Өлфәт Ҡобағошов исеме бирелә. 

Фото №1 - Башҡортостанда ике мәктәпкә билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемдәре бирелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ