Бөгөн иртән Салауат Юлаев проспектында өс машина ҡатнашлығында авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы арҡаһында юлда бер саҡрымлыҡ тығын барлыҡҡа килгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла «Тойота Раф 4», «ВАЗ-2107» һәм «Москвич» автомобилдәре зыян күргән, йәрәхәт алыусылар юҡ.



